Берҙән-берем һөйгән йәрем-
Һин бит минең күҙ алмам.(2)
Янымда айым барында,
Йондоҙҙарға күҙ һалмам.(2)
Ебәк шәлем шаршау булмаҫ
Күпме һуҙып һалһам да,(2)
Ике күҙем ҡарап туймаҫ,
Мәңгелек йәр булғанда.(2)
Берҙән-берем һөйгән йәрем-
Һин бит минең күҙ алмам. (2)
Берҙән-берем һөйгән йәрем-
Һин бит минең күҙ һалмам.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1