Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Дәрүиш хан - Бүреләр | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Үҙ илемдә тауҙарҙа
Йыландар барҙыр һәр бер тауҙа.
Йылҡылары ла әҙәйгән
Бәлки шуғалыр йылан күбәйгән.

Күпме бүреләр сағылған булды
Ышанған булып алданды.
Эй, аҡыл эйәм, китсе һин ҡайҙа?
Урмандар күптән бит һарғая.

Башҡорттарым! Ағыу һыуын эсмәгеҙ!
Бүреләрем! Алданып һеҙ мал булмағыҙ!
Башҡорттарым! Ил йөҙөн һеҙ ҡыҙартмағыҙ!
Һаҡлағыҙ милләтте, һаҡлағыҙ!

Бала йөрәгендәй ерем ҡалды,
Үҙ еремдә лә ҡунаҡ күбәйҙе.
Ҡунаҡсыллы булғаның якшы
Унан алма тик насар ҡылыҡты.

Күпме миллеттәр юғалып ҡуйҙы
Дөрөҫлөктө алмай хур булды.
Онотма кешем - бар бер ҙур эшең
Иманлы үҫһен тыуған кешең!

Башҡорттарым! Ағыу һыуын эсмәгеҙ!
Бүреләрем! Алданып һеҙ мал булмағыҙ!
Башҡорттарым! Ил йөҙөн һеҙ ҡыҙартмағыҙ!
Һаҡлағыҙ милләтте, һаҡлағыҙ!


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
    Нет видео
    -